– Тәүҙә танышайыҡ.
– Мин Динара Ғәлләмова. Әбйәлил районының
Рауил ауылында бишенсе бала булып
донъяға килгәнмен.
– Нимәләр менән шөғөлләнәһең?
– БСТ-ла эшләйем, “Сәләм” тапшырыуын
әҙерләүҙә ҡатнашам. Социаль селтәрҙәрҙә
блог алып барам. Йәмәғәт эше менән шөғөлләнәм.
«Әбйәлил йәштәре» ойошмаһы рәйесе
урынбаҫарымын. Төрлө проекттар үткәрәбеҙ.
— “Сәләм” редакцияһына нисек барып
эләктең?
— Башта 101 раузаны башҡорт һүҙҙәрен
руссаға тәржемә иткән кешеләргә таратыуым
акцияһы буйынса тура эфирға саҡырғайнылар,
артабан хәбәрсе итеп эшкә алдылар.
– Мәктәптә нисек уҡының? “2”-ле алып,
уны ауыр кисергән осраҡтар булдымы?
– Мин бик яҡшы уҡыным. Әүҙем булдым.
Ҡыҙыл аттестатта бер генә дүрт булыуҙан
ғына әҙерәк ҡайғырғанымдыр ул.
Олимпиадаларға йөрөнөм, сәхнәлә сығыш
яһаным, шиғырҙар яҙып «Йәншишмә» гәзитенең
йәш хәбәрсеһе булдым.
– Ә “Аманат” журналын уҡый торғайныңмы?
–Эйе, әлбиттә. Шиғырҙарымды “Аманат”ҡа
ла ебәргәнем булды, баҫылып сыҡһа, шатлығымдың
иге-сиге булмай ине.
– Нисә йәштә тәүге тапҡыр ғашиҡ булдың?
– Ой, тәүге “яуапһыҙ” мөхәббәтем беренсе
синыфта уҡ булды, ул синыфташым ине.
Хаттар яҙа торған инем). Тик ул ныҡ оялсан
булғанғамы, яуап хаттары яҙманы, үҫеп еткәс,
8-се синыфтар тирәһендә, үҙе килеп?
мөхәббәтен белдерҙе.
– Динара, һинең йырҙарың башлыса мөхәббәт
тураһында. Ғөмүмән, мөхәббәт бармы
ул?
– Мәңгелек тема ул – мөхәббәт. Хатта ул
турала әйтергә һүҙҙәр ҡалмаған да кеүек.
Тик һәр кем был хис, тойғоно үҙенсә кисерә.
Башта мөхәббәттең нимә икәнлеген аңламай
торған инем. Хәҙер инде мөхәббәт ерҙә
бар, тип әйтә алам.
– Ҡасан йырлай башланың? Ниндәй йырҙарың
бар?
– Бала саҡтан йырлап йөрөгәнемде
иҫләйем. Мәктәптә төрлө сараларға саҡыра
торғайнылар. Хәҙер шул сығыштарҙы ҡарағы
килә, йыр түңәрәктәренә йөрөмәгәс, ноталарҙы
дөрөҫ тотҡанмынмы икән ул.
Ике йырым бар. Унан алда русса йырҙарҙы
башҡортсаға тәржемә итеп йырлай торған
инем.
– Ниндәй һөнәргә уҡып йөрөйһөң? Нисек
йырларға булып киттең?
– БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында
5-се курста уҡыйым, буласаҡ
башҡорт
теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыһымын.
Факультетта “Дарман” вокал ансамблен
етәкләйем, ә университет кимәлендә “Голос”
ансамбленә йөрөйөм.
Ни өсөн йырларға булып киткәнемде хәтерләмәйем.
Бала саҡтан киләлер тип уйлайым.
– Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт! Изге теләктәрең
тормошҡа ашһын!