Бала сағым Белорет районы Аҙналы (боронғо исеме Мышы) ауылында үтте. Барыһы ла ал да гөл булмаһа ла, хәтерҙә иң сағыу, шатлыҡлы, бәхетле мәлдәр күберәк иҫтә ҡала икән. Һаман да күҙ алдында атай-әсәй, ағай-апайҙар, һеңле-ҡустылар...туған-тумаса, ауылдаштар... Ана тора беҙҙең өй, кәртә-ҡаралтылар, ала һыйыр, кәзә-һарыҡ, тауыҡ-өйрәктәр... Алыҫта күгәреп ята Ҡыраҡа тау, Рәз, Йәндек тауы. Ауылыбыҙ Аҡ түбә тауының итәгендә урынлашҡан. Ҡаран, Бүртәй, Быйһары шишмәләре сылтырап ағып ята. Ҡыш, яҙ, йәй, көҙ мәлдәре күҙ алдына баҫа. Ҡышҡыһын мәктәптән ҡайтыу менән өй эштәренә сумаһың: сана менән һыу ташыу, мал һарайҙарын таҙартыу, ҡар көрәү. Өйгә эштәр эшләнеп бөткәс, малайҙар-ҡыҙҙар ауыл уртаһында "гөрөлдәк" (йәшенмәк уйыны), йә иһә һәр беребеҙ ағастан пистолет йә автомат эшләп алып, атыш уйыны "оркавирх" ("руки вверх" тигәндең беҙҙеңсә яңғырашы) уйнарға йыйылабыҙ. Уйын ҡараңғы төшкәнгә тиклем һуҙыла. Салбар балаҡтары, быйма-бейәләйҙәр боҙға әйләнеп ҡатып бөтә. Шыҡырайып туңып өйгә ҡайтып инәһең дә, бөтөн кейемде сисеп, мейескә киптерергә эләһең. Яҙ етеү менән, урамыбыҙ буйлап, күңелле генә йырғанаҡтар аға башлай. Ағастан, ҡағыҙҙан бәләкәй генә кәмәләр эшләп, уларҙы йырғанаҡтар буйлап үткәрергә тырышабыҙ, кемдеке шәберәк, йәнәһе. Көнө буйы салбар балаҡтарын төрөп, яланаяҡ йөрөй торғас аяҡ-ҡулдар "көсөкләп" (ярылып) бөтә. Өлкәнәйә төшкәс, малайҙар ҡар иреп бөткән майҙансыҡтарҙа һалмауыр уйны уйнар инек (ул урыҫтарҙың городкиһына бер аҙ оҡшаған). Йәйгә сыҡҡас инде ҡыҙҙар, малайҙар бергәләшеп, "аҡ тирәк, күк тирәк" уйынында гөрләшә инек.
Беҙҙең яҡтарҙа яҙғыһын иң элек йыуа, ҡымыҙлыҡ өлгөрә. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ кеше организмына кәрәкле витаминдарҙы ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ, йыуа, балтырған, ҡаҡынан алған. Ҡымыҙлыҡты күберәк йыйып, Зауытҡа (Белорет ҡалаһын шулай йөрөтә торғайныҡ) һатырға алып бара инек. Ҡымыҙлыҡ бармағы йыуанлығы һутлы үлән. Таң менән ыстансаға узкоколейкаға китәбеҙ. Яуырын аша үләнде арҡаға еп менән аҫып алабыҙ. Бара торғас, теге еп яуырынды телеп алып барғандай, тәнде ауырттыра. Әсәйем, хәлде аңлап алып, мине ергә ятҡыра ла, теге үткер еп менән тән араһына дегәнәк япрағы-фәлән, үлән ҡыҫтыра. Күңелемде үҫтереп, арҡамдан тупылдатып бер һөйөп аяҡҡа баҫтыра. Миңә еңеллек килгәндәй була, артабан атлайбыҙ. Баҙарҙа әсәйемдең "дисет кәпик", "питнасат кәпик", тип торғандары әлегеләй хәтеремдә.
Еләк ваҡыты етһә, бөтөн балалар шау-гөр килеп урманға китер ине. Күп ғаиләләр шулай емеш-еләк һатып, фәҡир генә ғаилә бюджетын тулыландыралар ине. Бигерәк тә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, мәктәп формаһы, уҡыу кәрәк-яраҡтары алыу өсөн был кәсеп ныҡ ярҙам итте. Беҙҙең ғаилә лә шул тормош талаптарына яраҡлашып йәшәргә тырышты. Күрше-күлән балалары төрлө төркөмдәргә бүленеп, иртә таң менән бергәләп, еләк йыйырға сығып китәбеҙ. Юлда барғанда, буш һауыттарҙы алға ырғытып ебәргән булабыҙ, йәнәһе лә, бөгөн һауытыңды тултырып алып ҡайта алаһыңмы юҡмы – шуны юрай-юрай еләкле урындарға атлайбыҙ. Ырғытып ебәргән һауытың тәгәрәп барып төбөнә ултырһа – юлың, мотлаҡ, уңасаҡ; әгәр ҙә инде һауытың ҡабырғаһына ауһа, йә түңкәрелеп ятһа – бөгөн һауытыңды тултыра алмайһың. Иң тәүҙә турғай еләге, йәй уртаһында ер еләге өлгөрә. Еләк йыйыу өсөн дә үҙенә күрә таһыллыҡ, сослоҡ, етеҙлек кәрәк икән. Беҙҙең ғаиләлә Зөһрә апайым еләк йыйыуға шәп булды. Ул үҙенең һауытын тиҙ генә тултыра ла, беҙгә ярҙам итә. Бигерәк тә минең еләк йыйыуға әллә ни ырамым булманы. Ҡайтҡан юлда берәйһе яңылыш эләгеп йығылып китеп, еләген түгеп ебәрһә, күмәкләшеп, тегегә ярҙам итеп, һауытын тултырышабыҙ.
Бесән өҫтө. Был ауыл халҡы өсөн бик яуаплы һәм көсөргәнешле мәл. Ҡыҫҡа ғына йәйҙә йылға етерлек бесән әҙерләп өлгөрөргә кәрәк. Беҙҙең ауыл колхозсыларын 3-4 ызвинаға (звено) бүлеп, ауылдан алыҫыраҡ ятҡан сабынлыҡтарға ебәрәләр ине. Һәр ызвина ызвинауат, кәбән һалыусы, гарабильщик, косилщик, күбә тарттырыусы кеүек һөнәр эйәләре менән тулылана. Звеноларҙың ауылдан сығып китеүе үҙе бер сағыу ваҡиға булыр ине. Арбаларға бөтөн булған кәрәк-яраҡтарын, бала-сағаларын тейәп, мал-тыуарын ҡыуып, ауылда ҡалғандар менән көҙгә тиклем хушлашып, өйҙәрен ҡалдырып сығып китәләр. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың йәйләүҙәргә күсеүен хәтерләтә. Ауылыбыҙ бала-саға сырҡылдашыуына, ҡатын-ҡыҙ ҡысҡырышыуна, олпат баҫып йөрөгән ағайҙарҙың һуҡраныуҙарына, һыйырҙар мөңрәүенә, һарыҡ-кәзәләрҙең баҡырыуына, ҡолондар кешнәүенә, эттәр өрөүенә һәм башҡа күп төрлө ығы-зығы тауыштарына күмелә. Беҙгә, ауылда тороп ҡалыусыларға был күренеш күңелле лә моңһоу ҙа. Әйтергә кәрәк, йәй һайын ҡырға китеүселәр һәм уларҙың балалары был мәлде һағынып көтөп алалар ине. Дөрөҫөн әйткәндә, мин йәйләүгә китеүселәргә көнләшеп ҡарауымды йәшерә алмайым.
Улар киткәс, ауыл бушап, тынып ҡала. Ҡарт-ҡоро пенсионерҙар, уҡытыусылар һәм колхоз эшенә ҡарамаған бер нисә кеше генә тороп ҡала. Әммә ауылда ҡалған ҡарт-ҡороларҙы ла колхоз тик ятҡырып ҡуймай , уларҙан айырым ҡарттар звеноһы төҙөп, ауыл тирәһендәге үләнде сабып өйөү эшенә ҡуша. Ер колхоздыҡы булғас, был звено ҡайҙа сабырлыҡ ер күрә, шуны саба ла ҡуя. Өлгөрһәң өлгөрөп ҡалаһың, өлгөрмәһәң – юҡ. Бер һаҙлыҡ ситендә беҙҙең ғаилә саба торған урын бар ине. Теге ҡарттар звеноһы шул ергә етеп килә. Улар күмәк булғас, бер төшкәндә, байтаҡ ыраталар. Етмәһә әсәйем дә ҡапыл ауырып китеп, тора алмай ята. Ул мине саҡырып алды ла:
– Эреф (Риф тигәнде шулай әйтә торғайны), бына бигерәк ваҡытһыҙ ауырып киттем бит әле. Анау Быйһары менән Бүртәй араһындағы сабынлыҡты ҡарттар ызвинаһы сабып китә инде, шунда барып бер-ике бакуй сығып инсәләп ҡуя алһаң, бәлки, беҙҙең сабынлыҡҡа теймәҫтәр ине"– тине.
Ул йылы бәләкәй малайҙарға ҡулайлаштырылған иң бәләкәй алтынсы номерлы салғыны атайым миңә һаплап биргәйне инде. "Ярай, әсәй"– тинем дә, теге салғыны яуырынға һалып, ирҙәрсә баҫып (ни тиһәң дә ҙур үҫкәнем бит, алтынсы синыфты тамамланым!), сабынлыҡҡа киттем. Теге ҡарттар звеноһы Бүртәйҙең аръяғында саба, иртәгә һис шикһеҙ, биръяҡҡа сығасаҡтар. Ең һыҙғанып, эшкә тотондом, миңә үҙем өсөн дә, әсәйем өсөн дә сабырға кәрәк бит. Шулай, көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Кискә табаныраҡ шырлыҡта үҫеп ултырған муйыл ағасына менеп, емешен ашай башланым. Ошо урындың муйылы йылдағыса эре һәм һутлы була торғайны. Ҡараһам, теге звено кешеләре салғыларын иңбаштарына һалып, беҙҙең сабынлыҡтағы һуҡмаҡ аша ауылға ҡайтып баралар. Бейек муйыл башында ултырғас, мине күрмәйҙәр. Звено етәксеһе Сәйетҡәле апаның (беҙҙең яҡта атайҙан олораҡ кешене "апа" тиҙәр) һүҙҙәрен ишетәм: "Ҡарале, ҡара, Фәтихтең бәләкәй генә малайы ошо тиктем ерҙе бер үҙе сабып, ҡайтып киткән бит! Аффа-а-а-а-ри-и-ин!".
Өйгә ҡайтып әсәйемә сабынлыҡты сабып бөтөүемде лә, Сәйетҡәле апаның һүҙҙәрен дә һөйләп бирҙем. Әсәйем башымдан һыйпап, моңһоу ғынамиңә ҡарап, йылмайҙы. Иртәгәһен мин дә аяҡҡа баҫа алмай сәсерәп ауырып киттем.
– Шулай тип шикләнгәйнем шул, Сәйетҡәле апаңдың күҙе тейеп ҡуймаһа ярар ине, – тип. Күҙе тейгән шул һиңә, балам, күҙ тейгән", – тине, әсәйем ауыр көрһөнөп.
Беҙҙең бәләкәй генә ауылда хатта шул замандарҙа уҡ балалар баҡсаһы (үткән быуаттың 58-59-сы йылдары була инде), 4-се синыфҡа тиклемге башланғыс мәктәп бар ине. Мәктәбебеҙ йыуан-йыуан бүрәнәләрҙән һалынған элекке мәсет йортонда урынлашты. Мәктәпкә 1960 йылда төшөтөм. Беренсе көн мәктәптән ҡайтып килгәнемде әле лә хәтерләйем. Ямғыр һибәләп торған бысраҡ көн ине. Өп-өр яңы мәктәп формаһы кейеп алып, күк төҫтәге өп-өр яңы портфелемде саҡ һөйрәп, урам буйлап, бата-сума ҡайтып килгәндә, Соҡаҡ әбей (Солҡағиҙә инәйҙе ауылда шулай йөрөтәләр ине) килеп сыҡты ла: "Аһа, аһа, берәү мәктәпкә төшкән икән... Ҡара һин уны, үҙенә күрә түгел бит әле, ҡойто!" – тине. Соҡаҡ әбейҙең "ҡойто", тип үсекләүе миңә бик оҡшап етмәне. Бәлки, шуның өсөн дә мәктәпкә төшөүемдең беренсе көнө шулсама йылдар хәтеремдә һаҡланғандыр.
Беренсе уҡытыусым Мәрхиә апай булды. Уҡытыусыға мөрәжәғәт иткәндә ҡул күтәреп"апай, апай" һөрәнләй инек. Арабыҙҙа иң яҡшы уҡығаны Зөһөрә Иманғоғлова, ә Заһир Абдрахимов арифметиканан шәп булды. Зөһөрәнең шул тиклем матур яҙыуына һоҡлана торғайным. Мәрхиә апайҙың ире Хәдис ағай Сермән МТС-ында (машина-техник станция) эшләне. Ул техникаға әүәҫкеше, шул йылдарҙа уҡ ҡышҡыһын күрше ауылға эшкә үҙе эшләп алған аэросана менән йөрөй торғайны. Матай двигателен тимер саңғыларға беркетеп, руль ҡуйып, артҡы яҡҡа пропеллер беркетеп эшләнгән был әкәмәт транспот ауылыбыҙҙа буран борҡотоп йөрөгәне әле лә хайран ҡалдыра. Ундай техника һуңғы йылдарҙа ғына киң ҡулланыла башланы бит. Ә беҙҙең Хәдис ағай үткән быуаттың уртаһында уҡ шундай техника мөғжизәләре күрһәтә ине. Үәт, ул заманда уҡ бына ниндәй кешеләр йәшәгән ауылыбыҙҙа!
Ошо мәкәтәптә пионерға ҡабул ителеүем, бәлки, хәтерҙә лә ҡалмаған булыр ине, әгәр был ваҡиға минең өсөн айырыуса үҙенсәлекле булмаһа. Ебәк буҫтауҙан тегелгән пионер галстугы дефицит булғандырмы, белмәйем. Ни өсөндөр Ленин бабайҙың тыуған көнөнә минең галстугым юҡ ине. Атайым клуб мөдире булып эшләгәс, лозунгтар яҙып элер өсөн ҡыҙыл буҫтауы күп була торғайны. Ана шул ҡыҙыл материалдан миңә тиҙ генә галстук текте лә бирҙе. Бүтән малайҙарҙың ебәк галсуктарына ҡарағанда минеке хөртөрәк ине, әлбиттә. Үҙемде кәмһетеберәк тойҙом, бәлки, шуның өсөн иҫтә ҡалғандыр, тип уйлайым.
Әсәйем! Әсәкәйем Бәҙретдинова Ғәрифә Нуретдин ҡыҙы, ололарҙың һөйләүе буйынса бер етем генә ҡыҙыҡай булған. 1916 -сы йылда тыуған. Миңә 16 йәш тулыр-тулмаҫтан әсәйебеҙ беҙҙе ҡалдырып, яҡты донъянан китеп барҙы. Иң бәләкәй ҡустыбыҙ Кинйәбулатҡа 9 йәш тә тулмаған ине. Йәй көнө булды был хәл. Дүртәүләп ултырып, ҡапҡа алдында илашып, ултырғаныбыҙҙы хәтерләйем. Беҙҙән оло дүрт ағай-апайҙарыбыҙ ҡырға сығып киткәндәр ине. Әсәйемде мөләйем йөҙлө, яғымлы ҡарашлы, түп-түңәрәк һылыу йөҙлө итеп, һәр ваҡыт күҙ алдында йөрөтәм. Башымдан, ҡулымдан, йә битемдән һыйпағанда ҡулдары йылы ғына, әммә һөйәлләнеп ҡатҡан булыуы хәтерҙә.
Әсәйем эшкә бик тә тырыш колхозсы булған. 60-сы йылдарға тиклем колхозсыларға эш хаҡын аҡсалата түгел, "тордадин" (трудодень) менән түләгәндәр. Йәғни, нисә көн эшкә сығаһың, шуға ҡарап көҙгөһөн ашлыҡ бүлеп биргәндәр. Ана шундай хеҙмәт күрһәткестәре буйынса әсәйем һәр ваҡыт алдынғыларҙан булған. Алынғыларҙы баһалау, хуплау, дәртләндереү сараларының береһе – аэропланға ултыртып, ауыл өҫтөнән бер нисә тапҡыр әйләндереү – ҙур шөһрәт билдәһе һаналған. Минең әсәйем дә ошо данға лайыҡ булып, ауыл өҫтөнән аэропланда осоу бәхетен татыған. Ҡайһы бер кешеләрҙең фараз итеүенсә нәҡ шул мәлдә әсәйем Рафиҡ ағайыма йөклө булған. Бәлки шуның шауҡымы менәнме, ағайым хәрби летчик булып китте. Көҙгөһөн әсәйемдең хеҙмәт емештәрен аҙбарға алып килеп бушатыуҙары әле лә күҙ алдымда. Әсәйем һәр ваҡыт балалары кеше араһында кәм-хур булып йөрөмәһен тип, тырышты. Йәйгеһен ҡымыҙлыҡ, көртмәле, еләк йыйып һатып, балаларының өҫтөн бөтәйтергә тырышты. Бер көн әсәйем ҡалаға китте, беҙ, балалар, кискеһен тәҙрәгә һылашып-йәбешеп, әсәйебеҙҙең ҡайтҡанын көтәбеҙ, юлды күҙтәбеҙ. Бына алыҫта велосипед этеп килгән бер кеше һыны күренде. Яҡыныраҡ килгәс, әсәйебеҙҙе таныныҡ. Күрше малайҙары алдында мәхрүм булып йөрөмәһен тип, әсәйем миңә өндәшмәйенсә "велик" һатып алып ҡайтып бирҙе. Минең күҙем шар булды, түбәм күккә тейҙе. Был ПВЗ маркалы ялтырап торған өп-өр яңы велосипед ине. Ана шулайтып, әмәлен табып, әсәйем миңә тағы ла "Шуя" тип яҙылған хромка гармунын алып ҡайтты. Мин бишенсе синыфста уҡый инем, гармунда уйнарға тиҙ генә өйрәнеп алдым. Әйтергә кәрәк, Зөһөрә апайым минән тиҙерәк өйрәнде.
Атай! Атайым Ғәбитов Фәтих Ғәбит улы 1916 йылда тыуған. Ваҡытанда үҙ заманына күрә белемле булғандыртип уйлайым, сөнки 4-5 йәштә сағымда (беҙ ул ваҡытта Әзекәй ауылында йәшәй инек) атайымдың ызбаш (изба-читальня) мөдире булып эшкә йөрөгәне иҫтә ҡалған. Ғәрәп, латин графикаларында ла уҡый-яҙа белә ине. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, инвалид булып ҡайтҡан. Һуғыш тураһында һөйләп барманы. Беҙ, малайҙар, бала саҡта уның 5-6 миҙалын түшкә тағып, уйнай торған инек. Партия, совет органдарында, колхоз эштәре менән мәшғүл булды. Миңә 3-4 йәш булғандыр, атайым ауылдың бер-ике оҫтаһы менән клуб бинаһын төҙөүгә йөрөгәндәре хәтерҙә. Аҙаҡтан күп йылдар клуб мөдире булып эшәне. Ауыл һәүәҫкәрҙәрен ойоштороп, район смотрына күп йөрөнөләр. Үҙе лә йыр-бейеүгә, музыкаға әүәҫ ине. Атайым үҙе яһап алған скрипкаһында шәп уйнай торғайны.
Атайымдың хәрби миҙалдары араһында "Материнская слава" тигән миҙалдар ҙа бар ине. Ғаиләлә беҙ 8 бала үҫтек. "Үҫтек", тип әйтеүе шартлы ғына, әлбиттә. Сөнки йәш айырмаһы бик ҙур булғанлыҡтан (иң оло ағайым менән кинйә ҡустым араһындағы йәш араһы 22 йыл), һуңғы дүртәү үҫкәндә, тәүге дүртәү өйҙән сығып киткән ине. Оло ағайыбыҙ Фәрит Фәтих улы – заманында ауылдаштарыбыҙҙан юғары белем алған кешеләрҙән икенсе кеше. Хәҙерге ваҡытта юғары белем әллә ни ҙур ҡаҙаныш булмаһа ла, ул заманда баһаһы ҙур булған. Совет, партия органдарында эшләне, оҙаҡ йылдар коммунистар партияһы Башҡортостан өлкә комитетынның сәнғәт бүлегендә, кинопрокат системаһында хеҙмәт итте. Әлеге көндә (шөкөр - 82 йәш) Башҡортостан республикаһының Әмир Әбдразаков исемендәге киностудияһының музей мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Рафиҡ ағайым хәрби летчик булды, уның бәләкәйҙән һауа тураһында хыялланыуын ауылда әле лә иҫкә алып һөйләйҙәр, үкенескә ҡаршы йәш кенә көйөнсә (35 йәш), Мурманск өлкәһендәге сик буйы хәрби частәренең береһенең командиры вазифаһында фажиғәле һәләк булды. Юрий Гагарин космосҡа осҡан көндө ул нисектер өйҙә ине. Донъяға һыймай "Кеше космосҡа осҡан, аңлайһығыҙмы, космоста кеше!" – тип үрһәләнеп ҡысҡырып йөрөгәне әле лә хәтеремдә. Беҙҙе, бәләкәйҙәрҙе, төндә йондоҙҙар араһында спутниктар осҡанын күҙәтергә алып сығыр ине. Аҙаҡтан белеүемсә, һуңыраҡ ағайым космонавтар отрядына һайлап алыу конкурсында ҡатнашҡан икән, тик һаулыҡ буйынса үтә алмаған. Үтеп китһә, бәлки, беренсе башҡорт космонавты минең ағай булыр ине...
Ә дүртенсе туғаныбыҙ Кинйәбулат, исеме уҡ әйтеп торғанса, кинйә малай, нигеҙ һаҡлаусы, йәштән уҡ күп профилле механизатор һөнәрен алып, ауылыбыҙҙа йәшәй, ныҡлы хужалыҡ тота, абруйлы, үрнәкле ғаилә башлығы. Киленебеҙ Хәмирә менән өс бала үҫтереп, юғары белем бирҙеләр. Ҡатын-ҡыҙ туғандарым Фәриҙә, Фәрхәнә, Зөһөрә апайҙарым, Земфира һеңлем төрлө эштәрҙә эшләп, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдалар. Бөтәһе лә балаларын аяҡҡа баҫтырып, әлеге көндә өләсәйҙәр, прабабушкалар булып, Аллаға шөкөр, йәшәп яталар.
Беҙ бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙа оло йәшәтәге Ибраһим апа ғына ҡурайҙа уйнай ине. Малайҙар, ҡыҙҙар йыйылышып, аҡһаҡалға барып, уның ҡурайҙа уйнағанын тыңлай торғайныҡ. Ҡурай ниндәйҙер үҙенсәлекле яңғырашы менән күңелдәрҙе арбай ине. Яҡын тирәлә ҡурайҙа уйнаусы йәш егеттәр тураһында ишеткән булмағас, ҡурайҙа оло кешеләр генә уйнайҙыр, тип уйлай инек. Шуға күрә, Өфөгә 1-се һанлы интернат-мәктәпкә килгәс, тиҫтерҙәремдең дәртле итеп бейеүҙәре, һыҙҙырып ҡурайҙа уйнауы ғәжәпләндерҙе. Вилә Ғилмеевна етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөй башланым. Башҡорт бейеүе хәрәкәттәрен шул тиклем оҫта, колоритлы итеп күрһәтеүҙәре әле лә күҙ алдында. Әйтергә кәрәк, мәктәп ансамблендә мин иң яҡшыларҙан булманым. Әгәр шул заманда солистар булып йөрөгән егеттәр-ҡыҙҙар бейеү юлын һайлаған булһалар, уларҙан ниндәй бейеүселәр, хореографтар килеп сығырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әҙһәм ағай Искужин етәкләгән ҡурайсылар түңәрәгенә малайҙар эркелешеп, йөрөй инек. Арабыҙҙа бик оҫта уйнаусылар ҙа байтаҡ ине. Мили сәнғәтебеҙ йондоҙҙары булып киткән Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Зыя Хәлиловтар – шул малайҙар араһынан музыканы һөнәр иткәндәре генә әле. Ә күпме инженерҙар, уҡытысуылар, фән эшмәкәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре булып киткән ҡурайсы малайҙар Әҙеһәм ағйҙың ҡурай мәктәбен үтте. 1970 йылда Опера һәм балет театрында үтәсәк Ленин бабайҙың 100-йыллығына бағышланған татантаналы концертҡа мәшһүр ҡурайсы Ғата ағай Сөләймәнов 100 ҡурайсынан торған ансамблде сәхнәгә сығарҙы. Уларҙың күп өлөшө "интернатскийҙар", Әҙеһәм Исҡужин уҡыусылары ине. "Ҡурай бөтә, ҡурай үлә", тигән замандарҙа был бик мәшһүр күренеш булды. Үҙенсәлекле уңышлы сығыштан һуң, Ғата ағай ялҡынлы телмәр тотоп, Өфө сәнғәт училищеһендә ҡурай классы асыуҙы юллап, партия Өлкә комитетының беренсе секретаре Миҙхәт Закир улы Шакировҡа мөрәжәғәтнамәгә ҡул ҡуйырға өндәне. Билдәле булыуынса, ул класс шул йылды уҡ асылды. Шул мөрәжәғәтнамәлә минең дә ҡултамғам булыуына эстән генә ғорурланып йөрөйөм.
(Көлкө хәлдәр) Ул замандарҙа Белореттан Өфөгә, башлыса, самолет менән йөрөй инек. Бер мәл миңә эйәртеп, оло йәштәрҙәге Фәүзиә инәйемде Өфөләге туғандарға ебәрҙеләр. Самолетҡа инеп ултырғас та, мин хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп ҡуйғанмын. Осор алдынан бортпроводница осоу ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртте. Инәйем урыҫса аңламағас, "Нимә тип әйтте ул?" – тип һораны. "Ҡайыштарҙы эләктерергә ҡушты"– тигәйнем, инәйем ҡулдары ҡалтырап китте. Һуҡрана-һуҡрана, ҡайыш ҡаптырмаларын эләктерә алмай этләнеп, мине әрләй: "Әй, ҡороғор, нишләп әйтмәй ултыраһың. Һин минең самолеттан ҡолап ҡалып, үлеүемде теләйһең, валлаһи",– тине.
Бер мәл Фәриҙә апайымдың улы Наил уҡыу йылы бөтөп, һуңғы дәрестән өйгә ҡайтып килгәндә, Ишбулды еҙнәм кәртәлә ниҙер эшләп йөрөй икән. Наил кәртәгә килеп ингәс, еҙнәм һорай ҡуйған; "Йә, нисек, улым, 5-се синыфҡа күстеңме?". Наиль бер ни өндәшмәй тик тора икән. Атаһы ҡабат-ҡабат һорһа ла, малай бер һүҙ өндәшмәй ҙә өндәшмәй. Атай кеше ҡыҙғандан ҡыҙа барып, бер һүҙ ҙә әйттерә алмағас, ҡайышын ысҡындырып алып, Наилды арыу ғына итеп һыҙырып ташлай. Әммә малай барыбер бер һүҙ ҙә ысҡындырмай, өйгә йүгереп инеп китә. Апайым, илап ятҡан улы эргәһенә килеп: "Ниңә өндәшмәйһең һуң, атайың һорғас? Әллә икенсе синыфҡа күсә алманыңмы?" – тип һорғас, Наиль "Күстем", тип яуап биргән. "Күскәс, ниңә шулайтып әйтмәнең атайыңа?" – тиһә, Наиль былайтып яуап биргән: "Мин бит сәүит балаһы. Нисек язалаһалар ҙа мин түҙергә тейеш, донъя хәлен белеп булмай!" – тип яуап ҡайтарған.
Фотола Фәтих Ғәбитов һәм Ибраһим Сафиуллин .