+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!

Атайым: “Баламды өшкөрөп ҡара әле, ағай!” тип, иҫһеҙ-тынһыҙ ятҡан сабыйҙың кәүҙәһенә ымлаған. Мулла, танауы ла, күҙе лә бөтәшеп, шар кеүек булып ҡалған балаға ҡараған да: “Юууҡ, ул барыбер мал булмай, Нурғәле,” – тип сығып киткән (Рамаҙан Ҡотошовтың бала саҡ хәтирәләренән).

Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!
Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!

Рамаҙан Нурғәли улы Ҡотошов

1924 йылдың 22 апрелендә Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуған.Яугир-фронтовик, отставкалағы  полковник, партия һәм совет органдарының элекке хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, яҙыусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Философия фәндәре кандидаты, доцент. СССР-ҙың, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы һуғышта Германияны еңгән өсөн», « Белоруссияны азат иткән өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградланған.

Дүрт йыл дауамында туҡтауһыҙ ҡурғаш ямғыры аҫтында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән ҡаһарман яугир ул Рамаҙан Ҡотошов. Етмеш биш йыл дауамында республика матбуғаты менән хеҙмәттәшлек итеп, радио һәм телевидениела даими сығыш яһай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Китап нәшриәтендә эшләй. Һигеҙ китап, шул иҫәптән "Зенитчик"тар романы авторы.

Уның күргәндәре –  үҙе бер тарих, ә ғүмере бер быуатҡа торошло. Хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙға, коллегабыҙға 22 апрелдә 100 йәш тулған булыр ине. 2019 йылғы “Аманат”тың 6-сы һаны уның бала саҡ хәтирәләрен баҫҡайны.

Рамаҙан ағайҙың яҡты рухына бағышлап, уның тураһындағы мәҡәләне уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ.

 

Бала саҡ хикмәттәрем күп булды минең. Йәй етһә ауыл халҡы утау, ураҡ урыу, бесән һ.б. эш менән мәшғүл. Мине, сабый ғына баланы, үҙемдән алты йәшкә олораҡ ағайым ҡарамағына ҡалдырып, атай менән әсәй ҙә яланға эшкә ашыға. Көн түҙеп торғоһоҙ томра. Күрше ағай ҡыҙына никах туйы үткәрә. Еҙнә бүләге – бәке ағайыма ла тәтей. Бәкеле булыу ҡыуанысынан, ағайым елкәһенә мине артмаҡлап, һыу буйына йүгерә. Йылға буйында, ҡышлау умарталары менән тулған,  йөҙйәшәр йыуан ағастар ултыра. Ағайым, бүләк-бәкеһе менән ағастарға туҡылдата. Тауышҡа бал ҡорттары шашынып, туҙышып китә. Күсе менән ябырылып, балаларҙы һырып ала. Ағайым, ҡорт сағыуына түҙмәй,мине ярты юлда ҡалдырып, ары ҡаса. Кире әйләнеп килеп, һөйрәтеп алып китеп ҡарай, ҡорттар ныҡ саҡҡас, тағы ла йүгереп ҡаса. Урмандан ҡайтып килеүсе ҡыҙҙар, юлда шешенеп бөткән өнһөҙ баланы абайлап ҡала. Ҡойоға алып килеп, ҡаяуҙарҙан таҙартып, өйгә индереп китәләр мине.

Ул замандарҙа ауылдар буйлап кешене өшкөрөп дауалап, Ишем ауылынан бер бабай йөрөй торғайны. Шул көндө ул беҙгә килеп ингән. Атайым: “Баламды өшкөрөп ҡара әле, ағай!” тип, иҫһеҙ-тынһыҙ ятҡан сабыйҙың кәүҙәһенә ымлаған. Мулла, танауы ла, күҙе лә бөтәшеп, шар кеүек булып ҡалған балаға ҡараған да: “Юууҡ, ул барыбер мал булмай, Нурғәле,” – тип сығып киткән.

Ҡорт сағыуҙан имен-аман терелеп киткәнмен. Иртән торам да, әсәйемдең һыйыр һауып, малды көтөүгә алып киткәнен тәҙрәнән ҡарап ҡалам. Бер көн мин дә әсәйем артынан көтөүгә эйәреп киткәнмен. Эй, йүгерәм. Әсәйемдең тыҡрыҡтан боролоп инеп киткәнен абайламай ҡалғанмын. Урам буйлап “Әсәй! Әсәй”, - тип илап йөрөйөм. Ауылда Миңлеғәле исемле ағайҙарҙың ғүмер буйы балалары булманы. Улар, күреп ҡалып, мине кәнфит менән әүрәтеп, өйҙәренә алып ҡайтҡан. Әсәй көтөүҙән килһә, мин юҡ. Ҡайҙа булған? Атайым менән Иҙел буйҙарын, таллыҡтарҙы, башҡа урындарҙы ҡыҙырып, эҙләгән. Бала юҡ. Үлгәндер инде, тип уйлағандар. Өс көндәй ваҡыт үткән. Күрше апай: “Миңлеғәлеләрҙә бер бала күрҙем, барып ҡарағыҙ әле,” – тигән. Әсәйем был ағайҙарға килеп инһә, Фатима апайҙы мин “Әсәй!”тип йөрөйөм икән. Үҙемдең әсәйемә яҡын да бармайым. “Әйҙә, улым, ҡайтайыҡ,” – тип әйтеүгә, “Юҡ, юҡ”- тип, Фатима апайҙың итәгенә йәбешәм икән.

Бик шуҡ булғанмын. 3 йәшемдә эйәрһеҙ ат, һыйырҙарҙы атланып йөрөйөм. Ә эткә минән көн булмаған. Кис етһә, нишләптер, көтөү юлына сығып ятырға әүәҫләнеп киттем. Әсәйем әрләй, мал тапап иҙеп китә инде ошо баланы, тип. Атайым малды күпләп аҫыраны. Олатайым үҙенең Лешка исемле өйөр үгеҙен биргәйне беҙгә. Бик ҙур, уҫал, кеше ҡурҡытып, ер тырнап ажғырып, үкереп йөрөр ине. Көтөүҙән ҡайтмаған саҡтарында атайым ғына барып ала үгеҙҙе. Ағайҙар яҡын барырға ҡурҡа. Атайым эштә сағында, Лешканы үҙем көтөүҙән ҡаршылай башланым. Сыбыҡ менән бер һелтәнһәм, үгеҙ тыңлап тора. Елдертеп алып ҡайтам. Лешка мине сабый иткәндер.

Элек йылғала балыҡ күп булды. Ҡармаҡ менән генә күпләп балыҡ тота инек. Ағайҙар таңғы дүрттән тороп, балыҡҡа китә. “Балыҡты өркөтәһең”, тип мине өйҙә ҡалдырырға итәләр. Ә мин барыбер эйәрәм. Балыҡтарҙы йүгертеп йөрөп йыйып алам, шешкә теҙеп ҡуям. Эшкә ишкенгәнемде күргәс, миңә улар янында ҡалырға рөхсәт. Шулай, дүрт йәшемдә ағайҙарҙан балыҡ тотоу серҙәренә өйрәндем.

Биш-алты йәштән әсәйем менән утауға йөрөнөм. Ашарға алып барабыҙ ҙа, иртәнән ҡара кискә тиклем баҫыуҙа  эштә булабыҙ. Мәктәпкә алты йәштән барҙым. Ағайҙар менән бергә дәрес әҙерләп, хәрефтәрҙе өйрәнеп бөткәйнем инде. Сентябрь айы. Уйнарға сыҡһам, урамда бер бала юҡ. Аптырап ҡалдым. Өйгә индем дә әсәйемдән: “Минең иптәштәрем ҡайҙа булған?”– тип һораным.  Әсәйем: “Уҡырға киткәндәр,” - ти. “Ә ниңә  мин уҡырға бармайым?” Әсәйем: “Йәшең етмәгән”– тигәс, кейендем дә мәктәпкә киттем. Мәктәп тигәне, ҡайһылыр ауылда раскулачивать ителгән кешенең килтереп ултыртҡан өйө. Көндөҙ балалар белем ала, ә кисен ул клубҡа әйләнә. Оҙон таҡталарҙан әтмәләнгән өҫтәл дә эскәмйәләр. Ишек төбөндә торам.

– Һин нишләп йөрөйһөң?– ти уҡытыусы.

–Уҡырға килдем, –тим.

–Кемдең улы?

– Нурғәленеке.

–Кулак балаларын уҡытмайбыҙ.

Ҡайтырға тип инде боролғанда, ағай туҡтатты ла: ҡайҙа ултырырға урын күрһәтте, ҡулыма дәфтәр тотторҙо. Шулай уҡып алып киттем. Уҡыуға сослоғомдо күреп “Һинең өсөнсө синыфта уҡырлыҡ белемең бар бит,”– тине. Ул ваҡытта һәйбәт уҡыған уҡыусыны, уҡыу йылы барышында һорап та тормай, юғарыраҡ синыфҡа ултырта ла ҡуялар.  Дүрт йыллыҡ башланғыс мәктәпте өс йылда уҡып сыҡтым.

ШКМ (крәҫтиән йәштәр мәктәбе - школла крестьянской молодежи) булды. Шунда киттем. “Йәшең етмәгән. Өс йылдан һуң килерһең,”– тип алманылар. Өс йыл буйы атайым менән алебастр яғып, кочегар булып эшләп йөрөнөм. 1935 йылдың декабрь айында: “Улым, Бишҡаҙаҡҡа барайыҡ, уҡыуыңды дауам итергә кәрәк бит һиңә!” – тип атайымдың иҫенә минең уҡыу төштө. Камалетдин бабайҙың атын алып тороп, миңә ниндәйҙер көпө ябындырып, күрше ауылға киттек. 

             “Башҡаларҙы ҡыуып етә алһаң, уҡырға алырбыҙ,” – тип, бер ай һынау ваҡыты менән мине уҡырға алдылар. Синыфта 35 уҡыусы, шуларҙың 29-ы ир бала. Башҡорт теле дәресе бара. Уҡытыусы: “Был һөйләмдең хужаһы бармы?” – тип һорай. Береһе лә өндәшмәй. Уҡытыусы, аптырағас, “Бынау, яңы килгән баланан һорайыҡ әле,”– ти. “Хужаһы ошо ла инде,” - тип, эске һиҙемләү менән һөйләмдең эйәһен әйтеп бирҙем. Һеҙ өс ай  уҡып, яуап бирә алмағанды, яңы уҡыусы әйтеп бирҙе, – тип уҡытыусы мине маҡтап ебәрҙе. Бер ай ҙа үтмәне староста итеп һайлап ҡуйҙылар мине. Бөтөн фәндәрҙән “биш”легә өлгәштем. Учкомдың секретарымын. Стена гәзитенең редакторы булып киттем.  “Йәш быуын” тигән журнал да сығара инек мәктәптә. Үҙем мөхәррир. Синыфташтар һүрәтен төшөрә. Был журналда тәүге шиғыр, мәҡәләләремде сығарҙым. Яҙмаларымдың бер нисәүһе “Пионер” журналында ла баҫылып сыҡты. Был журнал менән хеҙмәттәшлегем һуғыштан һуң, Шәриф Бикҡол баш мөхәррир булған замандарҙа дауам итте. Ҡыҙғаныс, һуғыштан һуң үҙемдең яҙғандарымды эҙләп тә таба алманым. Бер яҙмам да ҡалмаған. Юғалып бөткән.

Бер айҙан һуң өлгөлө уҡыусы тип, был мәктәптең дөйөм ятағынан урын, ашхананан бушлай ашау бүлделәр. Алтынсы синыфта уҡыған сағымда, мәктәпте яптылар. Көҙөн Ишәй ауылында мәктәп асылды. Ошо мәктәптә мине комсомолға алдылар.  Латинса уҡып, ете синыфты тамамланым. Был мәктәптең тәүге сығарылышы  беҙ булдыҡ.

            Етенсене тамамлағас, ағайым кеүек мин дә геолог булырға ҡарар иттем. Уҡыу алдынғыһы булғас, Өфө геология техникумына имтиханһыҙ алдылар. Тик ятағы булмай сыҡты. Торорға урын юҡ. Юл техникумына уҡырға индем. Бер курстан уҡыу түләүле булып китте. Ауылға ҡайтып, кочегар булып йөрөгәндә, ФЗО-ға (ул замандарҙа үҫмерҙәрҙе – фабрика-завод белем биреү мәктәбенә ебәрә торғайнылар) Свердловск ҡалаһына алып киттеләр. Эшебеҙ шпалдарҙы вагонға тейәп, нығытып бәйләп ҡуйыу. Бер аҙҙан Омск ҡалаһына күсерҙеләр. Унда ауыр һалдау менән килгән бүрәнәләрҙе тотоп алып, тау кеүек өйәләр ҙә өйәләр. Бер малай менән беҙҙе бүрәнәләр тәгәрәп төшмәһен тип, ҡарарға ҡуштылар. Һыуланған бүрәнә ауыр. Бер мәл, тау өйөмөнән тәгәрәп килеп төшкән бүрәнә мине баҫып китте. Аяҡ-ҡул һынып, баш йәрәхәтләнеп дауаханаға эләктем.

Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. Өфөгә эвакуацияланған Севастополь зенит артиллерияһы училищеһын тамамлағас, ун туғыҙ йәшемдә, офицер дәрәжәһендә фронтҡа киттем. Орел-Курск дуғаһында аяуһыҙ ҡаты  һуғыштың ҡот осҡос ваҡиғаларының шаһиты булырға тура килде. Артабан Брянск һәм 1-се Белоруссия фронттары ғәскәрҙәре составында Берлинға тиклем хәрби юл үттем. Ике тапҡыр ауыр яраланып, контузия алдым. Һуғыштан һуң ике йыл Берлинда хеҙмәт иттем. 1947 йылда полковник дәрәжәһендә демобилизацияланып, тыуған яғыма ҡайттым.

Тыуған йортта мине әсәйем генә ҡаршы алды. Яуға киткәндә атайым: “Улым, йөҙлөк-бөркәнсек менән тыуҙың. Бәхетле, ғүмерле булырһың. Ҡөръәндәге ошо иң оло доға һине һаҡлап йөрөтөр,” – тип «Аятел-көрси»не яҙып, муйыныма тағып ҡуйғайны. Ә үҙе һуғыш осороноң зәһәр аслығынан үлеп ҡалды.

Рамаҙан Ҡотошовтың һөйләгәндәрен Зөбәржәт ЯҠУПОВА яҙып алды.

 

Утыҙынсы йылдар балалары уйындарын туҡһан биш йәшлек Рамаҙан ағай Ҡотошовтан яҙып алғайныҡ. Балалар уйын ҡоралдарын да үҙҙәре эшләп алған. Сөнки ул замандарҙа магазин кәштәләрендә сәй-шәкәрҙән башҡа бер нәмә лә  булмаған.

“Бала саҡта өйҙә ултырыу юҡ, тышта, тиңдәштәр менән уйнайбыҙ. Яҙын –  “Кузня” тигән уйынды яратып уйнаныҡ. Һәр бала мал тояғының эре һөйәген йыйып алып сыға.  Соҡор ҡаҙып, һөйәктәрҙе шунда теҙәбеҙ. Уҡлау кеүек таяҡ менән һөйәктәрҙе һуғып, йығырға кәрәк була. Кем йыға, шул еңеүсе, һөйәктәр ҙә уныҡы. Мөхәмәтғәле ағайым бик оҫта уйнай торғайны был уйынды. Бөтөн малайҙарҙың “кузня”һын йыйып ала ла керә. Мин бәләкәй булғас, оҫталығым юҡ. Ағайым эштә саҡта “кузня”ларын йыйып алам да, уйнап, оттора да бөтәм. Ағайым ҡайтһа – “кузня”лар юҡ. Миңә эләгә.

1934 йылда “Чапаев”киноһы сыҡты. “Аҡ”тар, “Ҡыҙыл”дар булып уйнайбыҙ. Ҡылысты таҡтанан эшләп алабыҙ. Ҡыҙыл сепрәк булһа –  шәп, уны башҡа бәйләйбеҙ. Командирҙарҙы иптәштәр араһынан һайлайбыҙ. Ике соҡор эшләп, буласаҡ командирҙарҙан шул соҡорға таш ташлатабыҙ.  Кем еңә – шул командир! Ул мәлдәрҙә лә үҙенә күрә демократия булған. Мин һәр ваҡыт Ҡыҙыл командир булдым.

            “Бажыҡ” уйыны булды беҙҙең. Ҙур түңәрәк һыҙабыҙ ҙа балалар шул түңәрәккә тула. Ситтә ике кеше ҡала. Улар туп менән бәреп, түңәрәктәге балаларҙы алып сығырға тейеш. Ә балалар, һыҙыҡҡа яҡын бармай, түңәрәк эсендә генә ҡасып, йүгерешә, тупты тейҙермәҫкә тейеш. Тупты үҙебеҙ эшләп алабыҙ, магазинда, һатыуҙа, юҡ. Яҙ көнө, мал йөнөн ҡойғанда, балалар бергәләшеп шул йөндәрҙе йыя ла, һыуыҡ һыу менән әүәләп, берләштерә. Уртаса ауырлыҡта һәм ҙурлыҡта йоморо ғына туп килеп сыға. Йөндө күберәк тапһаң, тубың да ҙур була. Ҡышын был тупты ауыл урамының бер осонан, икенсеһенә сәкән таяғы менән бәргесләп йөрөтәбеҙ. Яндырып та ебәрәбеҙ. Утлы шарҙы йөрөтөүе ҡыҙыҡ булғандыр инде. Ут сығараһығыҙ, тип ололарҙан әрләнеп ҡуябыҙ. Ул замандарҙа телевизор юҡ. Хоккей тигән уйынды ишеткән дә, күргән дә юҡ. Шулай ҙа Иҙел туңыу менән боҙ өҫтөндә үҙебеҙ уйлап сығарған “хоккей уйыны” уйнайбыҙ. Шайба урынына –  туңған һыйыр тиҙәге. Ҡапҡасыларыбыҙ ҙа бар. Конькины төштә лә күрмәһәк тә, боҙ өҫтөндә төплө быйма менән елдерҙек.”

 

Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!
Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!
Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!
Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!
Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!
Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: